Вторник
07.05.2024
12:29
Приветствую Вас Гость
RSS
 
МОБУ ООШ д. 2-е Идельбаево
Главная Регистрация Вход
»
Меню сайта

Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0

Главная » 2014 » Январь » 19 » мероприятия
20:54
мероприятия

      

 

                 

      

 

   Атай – ғаилә тотҡаһы, ил терәге.

Маҡсат: Атайҙарға ихтирам, хөрмәт тәрбиәләү; ғаилә-мәктәп бәйләнешен нығытыу.

Йыһазландырыу: Тәрбиә, атай-әсәй, ғаилә тураһында әйтемдәр, мәҡәлдәр яҙылған плакаттар, магнитофон, карточкалар, жетондар, спорт ярыштары өсөн туп, скакалка, гантелдәр һ. б

 

Байрам барышы.

I. Инеш өлөш.

I алып барыусы. Һаумыһығыҙ, ҡунаҡтар! Хәйерле көн, бәйгелә ҡатнашыусы атайҙар һәм уларҙың ғаиләләре!

         Белеүебеҙсә, быйылғы 2008 йыл Рәсәй президенты В. В. Путин Указы менән Ғаилә йылы тип иғлан ителде. Ошоға арнап, ғаилә тотҡаһы, илебеҙ терәге булған атайҙарға бағышланған бәйге-байрамды башлайбыҙ.

         Атай… Был һүҙҙә бик тәрән мәғәнә ята. Ғаилә тотҡаһы. Тыуған ерен һаҡлаусы ир-егет. Ниһайәт – ил ағаһы.

Үҙ көсөндә ҡалһын, үҙгәрмәһен

Боронғонан ҡалған бер өмөт.

Ил ағаһы булып, атай булып,

Ғорур булып ҡалһын ир-егет.

II алып барыусы. Кем генә булмайыҡ, ҡайҙа ғына эшләмәйек, һәр кемебеҙ эш көнөнән һуң үҙенең бәләкәй генә "дәүләтенә” – ғаиләһенә ашыға. Бына ошондай меңәрләгән, миллионлаған бәләкәй дәүләттәрҙән” ҙур дәүләт – Башҡортостан, Рәсәй хасил була. Тимәк, ошо бәләкәй "дәүләттәр” ни тиклем ныҡ, ни тиклем һау булһа, илебеҙ ҙә шул тиклем көслө һәм ҡеүәтле буласаҡ. Ә бында ир-аттың роле ҙур.

         Боронғолар: "Атанан күреп ул үҫер, әсәнән күреп ҡыҙ үҫер”, "Атанан күргән – уҡ юнған, әсәнән күргән – тун бескән”, "Ата һөнәре – балаға мираҫ”, - тигән. Был әйтемдәр нимә хаҡында һөйләй һуң?

         Элегерәк, атай – донъя тотҡаһы, оло таяныс һаналған, юҡҡа ғына "Атай – арҡа һөйәге” тимәгәндәр бит.

         Беҙ малайҙарҙы киләсәктә яҡшы атай, ышаныслы ғаилә тотҡаһы итеп тәрбиәләргә тейешбеҙ. Ундайҙар ғаиләгә лә, илгә лә терәк, таяныс була. Ә малайҙарға ундай тәрбиәне тик атай бирә ала. Төп өлгөнө малайҙар атайҙан ала. Ә атайҙарға өлгөлө ғаилә башлығы, ысын атай тигән абруйҙарын юғалтмаҫ өсөн тырышырға кәрәк. Шулай уҡ, һеҙ ҙә, малайҙар, атайығыҙҙың уң ҡулы булып, бала саҡтан уның тик яҡшы ҡылыҡтарын күңелегеҙгә һеңдерегеҙ, һөнәрҙәрен отоп алырға тырышығыҙ.

         Ярышҡа тәүәкәлләп килгән атайҙарға ҙур рәхмәт. Шағир әйтмешләй:

Тәүәкәллек ята, тәүәкәллек

Ирмен тигән ирҙең эсендә.

Тәүәкәллек күрәм тәүәкәлдең

Күҙҙәрендә түгел – эшендә.   (Р. Сафин)

Тимәк, һеҙ килеүегеҙ менән үҙегеҙҙең ысын атай, ир-егет икәнегеҙҙе тағы ла бер ҡат иҫбат иттегеҙ. Афарин!

I алып барыусы килгән ҡунаҡтарҙы алдан һайлап ҡуйылған жюри ағзалары менән таныштыра, бәйгенең башланыуын хәбәр итә. Ярышта ҡатнашыусыларҙы алға саҡыра һәм уйын башлана.

 

II. Төп өлөш.

Уйындар.

1-се эш.”Бына минең атайым”. (Һәр малай үҙенең атаһы тураһында һөйләп таныштыра).

2-се эш. "Һаулыҡ – ҙур байлыҡ”.

(Аталы-уллы командалар карточкаларҙағы һаулыҡ тураһындағы мәҡәлдәрҙе тамамлап ҡуйырға тейеш).

3-сө эш. Борон-борондан башҡорт ғаиләләренә татыулыҡ хас булған. Атай менән әсәй бер ваҡытта ла балалар араһында бер-береһенең абруйын төшөрмәгән. Ә бөгөнгө ир-ат ҡатынына ниндәй яғымлы, һөйкөмлө һүҙҙәр әйтә белә икән?

          (Атайҙар ҡатынына бер-бер артлы матур һүҙҙәр әйтә, кем иң һуңғы һүҙҙе әйтә, шул еңеүсе була).

4-се эш. Ә хәҙер ҡатындарығыҙға ниндәй ярҙамсы икәнегеҙҙе күреп китәйек.

         Һәр ғаилә иртән эшкә ашыға: кемдер мәктәпкә, кемдер балалар баҡсаһына. Ҡабаланып кейенер ваҡытта ут һүнә. Баланың кейемдәрен алып, уны кейендерергә кәрәк.

         (Атайҙарҙың күҙҙәре яулыҡ менән бәйләнә, билдәләнгән ваҡыт эсендә баланы кейендерергә кәрәк).

5-се эш.

Хәҙер инде һөнәрлеләр

Күрһәтһен үҙ һөнәрен.

Йырлаһын да, бейеһен дә,

Һөйләһен көләмәсен.

(Командалар сығышы, уларға кисәгә килгән көйәрмәндәр: әсәләре, ҡыҙҙары ярҙам итһә лә була).

6-сы эш. "Ир-егеттең йөрәгендә эйәрле-йүгәнле ат ятыр” тигән боронғолар.

Артабанғы ярыш "Ир ҡанаты – ат” исемле. Һеҙ ҡулығыҙҙағы ҡағыҙҙарға "Башҡорт аты ниндәй?” тигән һорауға яуап-һүрәтләмә яҙырға тейешһегеҙ.(Жюри баһалай).

7-се эш. Башҡорт халҡының тормош-көнкүрешен өйрәнеүсе ғалимД. П. Никольский, башҡорттар тураһында былай тип яҙа:”Башҡорт үҙ ҡатынына бик иғтибарлы, уны бер ҡасан да һуҡмай, яфаламай… Башҡорт ирҙәре аҙ ғына мөмкинлек булыу менән, ҡатынына нимә булһа ла бүләк итергә тырыша.

         Бөгөн беҙ ирҙәрҙең был яҡшы сифатын иҫтә тотоп бәйге ойошторҙоҡ. 8 Март байрамы. Һеҙ байрам өҫтәленә аш әҙерләйһегеҙ.

(Алдан әҙерләнгән компоненттарҙан командалар өҫтәл әҙерләй).

8-се эш. Башҡорт халҡы борон-борондан үләндәрҙе бик яҡшы белгән. Ауырығанда шифалы үҫемлектәр менән дауаланған. Киләһе ярыш: "Дарыу үләндәрен беләһеңме?” тип атала

 (Һәр командаға жюри бер нисә дарыу үләнен күрһәтә, улар үләндең исемен, ни өсөн ҡулланылғанын әйтәләр).

9-сы эш. Артабанғы ярыштарыбыҙ малайҙарҙың сослоғон, ә атайҙарҙың көсөн баһаларға ярҙам итер. Атайҙар гантель күтәреп йәки ҡул көрәштереп ярыша, ә малайҙар өсөн күңелле эстафета.

 

III.Йомғаҡлау.

1-се уҡыусы.

Атайҙарыбыҙ беҙҙең

Бөтәһе лә уңғандар.

Был донъяның бар йәмен

Үҙҙәренә йыйғандар.

2-се уҡыусы.

Бер минут та тик ултырмай

Минең атайым өйҙә:

Һыу килтерә, малды ҡарай.

Ярҙамлаша әсәйгә.

3-сө уҡыусы.

Атай-әсәй менән бергә

Гөлдәй гөрләп үҫәбеҙ.

Уҡыйбыҙ ҙа, эшләйбеҙ ҙә

Күңелле ял  итәбеҙ.

I алып барыусы.

Бына инде кисәбеҙ ҙә

Бөтөүгә табан бара.

Ярыштыҡ, уйнаныҡ, көлдөк,

Булды күңелгә дауа.

II алып барыусы. Бөгөнгө ярышта атайҙарҙың сослоғон, етеҙлеген, зирәклеген, көслөлөгөн, шаянлығын күрҙегеҙ. Малайҙар, һеҙ ҙә, үҙ аллы ғаилә ҡорғас, һәләтле, булдыҡлы, намыҫлы булығыҙ. Атайҙарығыҙҙан өйрәнгән һәйбәт ҡылыҡтарҙы, ғәҙәттәрҙе, тырышлыҡты үҫтереү – һеҙҙең изге бурысығыҙ. Тормош ауырлыҡтарына баш эймәй, кире ғәҙәттәргә өйрәнмәй, милли батырыбыҙ Салауаттай ғорур, батыр егеттәр булығыҙ.

 

 

 

составила учитель начальных классов МОБУ ООШ деревни

2-е Идельбаево Зайнуллина Эльза Римовна.


Просмотров: 3806 | Добавил: Идельбай | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *:
Вход на сайт

Поиск

Календарь
«  Январь 2014  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
  12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
2728293031

Архив записей

Друзья сайта
  • Официальный блог
  • Сообщество uCoz
  • FAQ по системе
  • Инструкции для uCoz